Хоккейҙа белгестәр ҙә, көйәрмәндәр ҙә “Салауат Юлаев”ты иң сағыу уйнаған команда һанай. Ысынлап та, беҙҙекеләр күңелһеҙләнергә ирек бирмәҫ. Уларҙың чемпионат лидерын еңел генә еңерен дә, киреһенсә, көсһөҙ клубтан ҡыйратылырын да һис күҙаллап булмай...Бына “Автомобилист” менән “Барыҫ” кеүек урта ҡул командаларҙан да уҙған миҙгелдәрҙә уйламағанда еңелерҙәр ине. Ләкин был юлы юлаевсылар тәртибен төҙәтте.
Өҫтәүенә, Умарк һәм Хартикайнен кеүек шәп уйынсыларыбыҙға алмаш та табылды. “Автомобилист”ҡа ҡаршы матчта Кирилл Капризов менән Әнүәр Лисин икешәр шайба индерҙе. Һөҙөмтәлә яҡташтарыбыҙ күрше өлкә вәкилдәрен 5:1 иҫәбенә ҡыйратты. “Барыҫ” менән көс һынашҡанда иһә Кирилл бер гол керетһә, Әнүәр – йәнә икәүҙе! Ҡаҙағстан хоккейсыларын 5:2 иҫәбенә еңделәр.
“Өфө-Арена”лағы был осрашыуҙар көйәрмән күңеленә май булып яғылды. Шулай булмай, ҡаршы яҡ ҡапҡаға шайба ингән һайын кәйеф күтәрелә генә бара бит.