Байрам кәйефен боҙҙолар14.10.2016
Байрам кәйефен боҙҙолар 11 октябрь республикала ял көнө булды. Баш ҡалала күптәр уны “Өфө-Арена”ла үткәрергә уйланы. Әммә юлаевсылар байрам йәмен ебәрҙе.

Шуныһы ҡыҙғаныс: “Югра” менән осрашыуҙа бығаса “Салауат Юлаев”та уйнап, хәҙер ҡаршы яҡ командаға киткәндәр танауыбыҙға сиртте. Иҫәпте ҡунаҡтар составындағы Өфө егете Денис Хлыстов асты. Көйәрмәндәр уны электән бик хөрмәт итә, ярата. Шуға ла алҡыштарға күмделәр. Ғөмүмән, беҙҙең хоккей һөйөүселәр – алсаҡ, кенә тотмаусан халыҡ. Сит командала уйнаған бөтәһен дә сәпәкәй һуғып ҡаршы ала.
Артабан тағы бер тәрбиәләнеүсебеҙ Андрей Анкудинов ҡапҡабыҙға шайба индерҙе. Ә тиҙҙән иҫәп бөтөнләй 3:0 булып китте...
Юлаевсылар өсөнсө осорҙа ғына “йоҡонан уянды”. Әммә ваҡыт аҙ ҡалғайны инде. Максим Майоров менән Теему Хартикайнендың ике голы иҫәпте ҡыҫҡартты ғына. 2:3 – ғәфү ит, көйәрмән!



Вернуться назад