Эйе, гел генә еңеүсе
булыу мөмкин түгел. Әммә отолған хәлдә лә, көйәрмәндәр һөйөүенә лайыҡ осраҡтар бар. Ут күршеләр – Магнитогорск һәм Өфө командалары осрашыуы тап шундайҙарҙан ине.Хужалар башта уҡ иҫәпте асты. Бер аҙ ваҡыт уҙыуға йәнә бер шайба индерҙеләр. О, “Металлург” хоккейсылары бынан һуң уңай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай торған. Уйын яҙмышы шулай уҡ хәл ителдеме икән?..
Юҡ, юлаевсылар баҙап ҡалманы. Матур комбинацияларҙан һуң, 24 секунд эсендә ике гол индереп, иҫәпте тигеҙләп ҡуйҙылар. Айырыуса йәштәребеҙ ҡыуандырҙы, хужаларҙың данлыҡлы Сергей Мозякинына тын алырға ла ирек бирмәнеләр.
Йәл, овертаймда Евгений Бодров менән Әнүәр Лисиндың мәргәнлеге аҡһаны. Ә буллиттар буйынса “Металлург” көслөрәк булды...
Артынса юлаевсылар үҙ боҙонда Силәбенең “Трактор”ы менән сәкәләште. Еңеү өсөн беҙҙең Теему Хартикайнендың ике голы етте – 2:1. Хатта һуңғы минуттарҙа ҡунаҡтарҙың йәнтәслим иҫәпте тигеҙләргә маташыуы ла һөҙөмтәһеҙ ҡалды.
Әйткәндәй, Хартикайнен иң оҫта уйынсыбыҙға әүерелде. Һуңғы арала өсөнсө тапҡыр шулай бер матчта икешәр шайба индерә. Ә ҡапҡасыбыҙ Андрей Гаврилов, күҙ теймәһен, һаҡта әлегә бик ышаныслы тора. Үҙенә бирелгән мөмкинлекте ҡулай файҙалана белде, афарин!