Ай күрҙе, ҡояш алды. Был әйтем юлаевсы Кирилл Капризов тураһында булыр. Кисә герой ине, бөгөн һуғыш суҡмарына әйләнде.Бынан алдағы уйында беҙҙең Кирилл, хорват командаһының ҡапҡаһына өс шайба индереп, көн геройына әйләнгәйне. Ә Новокузнецкиҙың “Металлург”ы менән осрашыуҙа матч-штраф алды. Ысынлап та, донъя бер алдын, бер артын күрһәтә шул...
Ярай ҙа йәш хоккейсыбыҙҙың артабан уйнамауы ауыр эҙемтәләргә килтермәне. Киреһенсә, командабыҙҙан Әнүәр Лисин иҫәпте асып ебәрҙе. Һуңғы осорҙа Максим Майоров уңышты нығытып ҡуйҙы, ә иң аҙаҡтан Дмитрий Воробьев миҙгелдәге тәүге голын керетте. Әйткәндәй, беренсегә тотош матч буйы ҡапҡала Андрей Гаврилов торҙо.
3:0 – еңеү беҙҙең яҡта, әммә ҡыуанырға иртәрәк. Клуб етәкселеге команда алдына 1 октябргә көнсығыш конференцияла иң көслө тәүге һигеҙ коллектив рәтенә инеү бурысын ҡуйғайны. Бының өсөн әлегә 10-сы урында барған юлаевсылар кисә лидер “Авангард”ты оторға тейеш ине...