“Эшләпә” ярҙам итмәне27.09.2016
“Эшләпә” ярҙам итмәне Хәле һаман да ҡырҡыу “Салауат Юлаев”тың. “Слован”ды 6:3 иҫәбенә еңеп етәкселектең асыуынан ҡотолоп ҡалғайнылар. Артынса йәнә отолоу...

Дүрт кенә еңеү юлаевсыларҙың әлегә. “Слован” да шәп уйнамай, артта һөйрәлә. Шуға күрә уның ҡапҡаһына алты шайба индереүҙе әллә ни егетлеккә һанамаҫҡа ла мөмкиндер.
Ә бына “Медвешчак” менән осрашыуҙың геройы – беҙҙең Кирилл Капризов. Их, еңһәксе был осрашыуҙа... 19 йәшлек һөжүм итеүсебеҙгә ниндәй ҙур бүләк булыр ине! Бер уйында хет-трик (был һүҙ “эшләпә менән оҫта алым” тигәнде аңлата) яһау – өс гол индереү – күптәр бәхетенә эләкмәй бит. Ә Кирилл быға өлгәште. “Өфө-Арена” гөр килде... Боҙ майҙанына көйәрмәндәрҙең баш кейемдәре осто... Хет-трик яһаусыны ошолай алҡышлайҙар – йолаһы шундай.
Йәш хоккейсыбыҙ команданы алға сығарҙы ла ул, әммә матч аҙағына өс минут ҡалғас, ҡунаҡтар иҫәпте тигеҙләне (4:4). Овертаймда бер яҡ та уңышҡа өлгәшә алманы, ә буллиттарҙа “Медвешчак” даланлыраҡ булды.


Вернуться назад