“Ҡара һыҙат” дауам итә23.09.2016
“Ҡара һыҙат” дауам итә Юҡ, юлаевсылар еңелеүҙәренән һығымта яһаманы. Үҙ боҙҙарында “Сочи”ҙан да отолдолар. Хәҙер көнсығыш командалары араһында артта һөйрәләләр. Уларҙы хатта Ҡытай клубы хоккейсылары ла уҙып китте.

Ә бит тәүге осорҙа көньяҡтан килгән ҡунаҡтарға ҡаршы яҡшы ғына уйнағайнылар. Аҙағында Захар Арзамасцев иҫәпте лә асып ебәргәйне. Икенсе осорҙа штраф ваҡыты алыуҙар эште боҙҙо. Бер түгел, өс шайба инде ҡапҡабыҙға. Икәүһе беҙҙекеләр тап аҙсылыҡта ҡалғанда. Хәҙер инде 1:3 иҫәбенә еңелеп барғанда уйынға һынылыш индереүе еңел түгел... Шулай булды ла, хәл иткес осорҙа өфөләр бер ни ҡыла алманы.
Көйәрмәндәрҙең күңелендә шомло тынлыҡ урынлашты. Сираттағы уңышһыҙлыҡтан һуң тренерҙар штабынан кемдең “башы” осор икән?



Вернуться назад