Оло йәштәгеләргә ихтирам23.09.2016
Халыҡ-ара өлкәндәр көнө айҡанлы Республика врач-физкультура диспансеры Асыҡ ишектәр көнө үткәрә.
26 сентябрҙән 5 октябргә тиклем иртәнгә сәғәт 9-ҙан 4-кә тиклем диспансерҙың Сәләмәтлек үҙәге оло йәштәгеләрҙе саҡыра. Бында тын алыу, йөрәк-ҡан тамырҙары ағзаларын, ҡандағы глюкоза һәм холестерин кимәлен, күҙ баҫымын түләүһеҙ тикшертергә, сәләмәт тормош буйынса кәңәшләшергә мөмкин.
Үҙегеҙ менән паспорт һәм медицина полисын алыуығыҙ һорала. Республика врач-физкультура диспансерының адресы: Өфө ҡалаһы, Блюхер урамы, 1.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.