Астың асыуы яман20.09.2016
Астың асыуы яман Хаҡ әйтем. “Салауат Юлаев” командаһының Силәбегә сәфәре ошоно иҫбатланы. Беҙҙең ҡапҡаға голдарҙы тик элекке юлаевсылар индерҙе...

Ни хәл итәһең, хоккейсының яҙмышы шундай: уйнаған клубын алмаштыра, бер ҡаланан икенсеһенә күсеп йөрөй. Ҡайһы берҙә етәкселек менән матур ғына хушлаша, бәғзе бер мәлдәрҙә – бигүк татыу түгел. Бындай хәлдә элекке командаңа теш ҡайрамайынса булмайҙыр ул...
Бына Силәбелә лә төрлө ваҡытта Өфө командаһында уйнаған хоккейсылар беҙгә аяҡ салды. Иҫәпте шундай яҡташтарыбыҙҙың береһе Александр Панков асты. Ярай әле күпселектә юлаевсы Денис Куляш уны тигеҙләүгә өлгәште. Артабан былтыр ҙур ғауға менән беҙҙән киткән Кирилл Кольцов хужаларҙы алға сығарҙы. 2:1 – әллә ни хәүефле иҫәп түгел дә кеүек... Әгәр ҙә алдағы 38 секунд эсендә ҡапҡабыҙға йәнә ике шайба инмәһә... Тиҫтә йылдан ашыуыраҡ элек “Салауат Юлаев”та ҡанат нығытҡан Максим Якуценя һәм әлеге лә баяғы Панков тырышлығы менән “Трактор” байтаҡҡа алға сығып китте. Йә, баҫтырып ет инде хәҙер... Ысынлап та, Игорь Макаровтың бер голы уйында һынылыш тыуҙырманы. 4:2 иҫәбенә еңелдек.
Матчтан һуң баш тренерыбыҙ Игорь Захаркин: “Беҙ һаман да элекке хәтирәләр менән йәшәйбеҙ. Хоккей донъяһы хәҙер ныҡ үҙгәрҙе, ә беҙ бөтәһе лә еңел генә булыр тип уйлайбыҙ”, – тине. Эйе, командабыҙҙың чемпион булған ваҡыттары үтте. Ул уңыштарҙы онотоп, ең һыҙғанып яңы үрҙәргә ынтылырға ине лә бит. Бәлки, бының өсөн тағы ла ҡырҡ йыл ваҡыт кәрәк булыр әле...


Вернуться назад