Төмәндәр барыһын да уҙҙы21.03.2012
II Бөтә Рәсәй ҡышҡы универсиадаһының финал уйындары дауам итә. “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында классик саңғы ярыштары ла ҡыҙыу барҙы.
Көсөргәнешле алышта Төмән дәүләт университеты командаһына тиңләшеүсе булманы. Себер федераль университеты (Красноярск крайы) – пьедесталдың икенсе, М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты өсөнсө баҫҡысына күтәрелде. Стәрлетамаҡ физик культура институты студенттары ни бары етенсе урында.
5 километр алыҫлыҡҡа шәхси уҙышта ла төмәндәр үҙҙәрен иң етеҙе итеп танытты: Ксения Подопригора – беренсе, Евгения Ощепкова өсөнсө булып килде. Икенсе – Мәскәү ҡыҙы Елена Серохвостова. Республикабыҙҙың иң яҡшы спортсыларынан һаналған Рида Ғимранова етенсе урын менән генә хушһынды.
Егеттәр араһында 10 километрға шәхси ярышта Төмән дәүләт университетынан Яков Сеземов иң етеҙе булып танылды. Яҡташы Дмитрий Васильев унан саҡ ҡына арттараҡ килде. Өсөнсө урында – Себер юл бәйләнеше дәүләт университетынан Дмитрий Сальников.
Үкенескә ҡаршы, яҡташтарыбыҙ ҡыуаныслы һөҙөмтәләр менән әллә ни һөйөндөрә алманы. Дөрөҫ, әлегә ваҡыт бар. Яҡшыға юрайыҡ.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад