Көтөк булдыҡ...16.09.2016
Көтөк булдыҡ... Күпме еңелергә була? Тренерыбыҙ ҙа – абруйлы, уңышҡа өлгәшкән белгес, хоккейсыларыбыҙ ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел.

“Салауат Юлаев” туғыҙ осрашыуҙа 27 мөмкинлектән ни бары 11 мәрәй йый­ҙы. Шуға бөтәһе лә, шомланып, йә кемгәлер шелтә биреүҙе, йә уйында үҙгәрештәрҙе көт­тө. Команда бигүк сәғәт кеүек эшләп китмәһә лә, ниһайәт, еңеүгә өлгәште.
Матч барышында Владивостоктың “Адмирал”ын хатта 4:0 иҫәбенә отоп барҙы юлаевсылар. Әммә саҡ ҡына иғтибарһыҙ­лыҡ күрһәтеүҙәре булды, ҡапҡабыҙға ике шайба инеп тә ятты. 4:2 – йә, бары менән хуш.
Г. БҮЛӘКБАЕВА.


Вернуться назад