Кемде яза көтә?12.09.2016
Кемде яза көтә? Иртәгә “Салауат Юлаев” сираттағы матчын уҙғара. Иманым камил, боҙ һарайы яртылаш буш буласаҡ. Ни өсөнмө? Сөнки командабыҙҙың еңелеүҙән башы сыҡмай.

Ярай инде ситтәге уйындарҙы телевизор аша күҙәтәбеҙ. Ә үҙ боҙоңда тамашасыны ҡыуандырыр кәрәк шул. Көйәрмән хәләл аҡсаһын түгеп, хоккей ҡарарға килгән икән, ул еңеү талап итергә хоҡуҡлы.
Финляндияның “Йокерит”ы менән осрашыуҙа, ниһайәт, беҙҙе­келәр беренсе булып иҫәпте асты. Әммә ҡунаҡтар артабан ике гол индереп, алға уҡ сығып китте. Шөкөр, яҡташтарыбыҙ нисбәт­те тигеҙләүгә өлгәште. Тик иғтибарһыҙлыҡ касафаты харап итте – уйын бөтөүгә 30 секунд ҡалғас, финдар өсөнсө шайбаһын керетте. Һуңғы сиктә һаҡсыбыҙ Максим Гончаров та “Йокерит”тың һөжүмен туҡтата алманы. Йәл, 2:3 иҫәбенә отолдоҡ.
Хәҙер Минскиҙың “Динамо”һы менән һағыраҡ булырҙар тип ышандыҡ. Ысынлап та, икенсе осорҙа ла иҫәп асылмағайны әле. Кем өлгөрөрәк булыр? Их, беҙ түгел шул... Шулай ҙа өсөнсө осорҙа Евгений Бодров яуап голы индереп, күңелдә өмөт осҡоно тоҡандырҙы. Ләкин диктор стадион буйлап уның исемен яңғыратҡанда Минск хоккейсыларының контрһөжүменән һуң хәл иткес икенсе шайбалары беҙҙең ҡапҡала ята ине инде.
1:2... Тағы ла еңелдек. Кемде яза көтә икән, баш тренерҙымы, әллә уйынсыларыбыҙҙымы – күрербеҙ.



Вернуться назад