Бәхетле мәлдәр алдалыр әле09.09.2016
Бәхетле мәлдәр алдалыр әле “Салауат Юлаев” командаһы көйәрмәне киске сәғәт 7-лә, ғәҙәттә, телевизорын ҡабыҙа. Ә бәхетлеләр матчтарҙы Өфөләге боҙ һарайына уҡ барып ҡарауға өлгәшә. Ләкин һуңғы арала кәйеф күтәрерлек һөҙөмтә күренмәй.

Юлаевсылар үҙ холоҡ­тарына тоғро. Йәғни сентябрь-ноябрь буйына беҙҙең түҙемлекте һынайҙар. Матур уйнап китерҙәрме тиһәң, йәнә уңышһыҙлыҡҡа осрай­ҙар. Ә көйәрмәнгә еңеү генә кәрәк!
Әле бына Екатеринбургта “Автомобилист”ан буллит буйынса отолдолар (3:4). Өфөгә ҡайтыу менән Рига­ның “Динамо”һына ла бул­литтарҙа бирешеп ҡуйҙылар (2:3). Баш тренер ҙа хәл иткес мәлдә икенсе ҡапҡа­сыбыҙ Андрей Гавриловты һынап ҡарамаҡсы булды. Бигүк уңышлы булманы был ҡарар.
Ғөмүмән, тәртип аҡһаң­ҡырай әле командала. Һуңғы өс уйында ла шул күҙгә ташланды: ҡапҡабыҙға гол ингәс кенә геройҙарса иҫәпте тигеҙләргә ашығабыҙ. Шунан аҡтыҡ хәлде сарыф итеп, отолоп та ҡуябыҙ... Шулай ҙа артыҡ көйәләнмәйек, сөнки миҙгел саҡ башланып тора, бәхетле мәлдәр алдалыр әле.





Вернуться назад