Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә VII Халыҡ-ара “Интурмаркет-2012” туристик күргәҙмәһе үтте, унда Башҡортостандан да делегация ҡатнашты. Форум эшенең икенсе көнөндә беҙҙең экспозицияны илдең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Виталий Мутко, уның урынбаҫары Надежда Назина, Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Александр Радьков һәм башҡалар килеп ҡараны.
Ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев ҡаршыланы. Уларға башҡорт бейеүен күрһәтеп, ҡурай моңон ишеттерҙеләр.
Күргәҙмә сиктәрендә туристик йәмғиәт ойошмаларының беренсе Бөтә Рәсәй съезы булды. Башҡортостан исеменән унда Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре, Башҡортостандың туриндустрия союзы, республиканың алдынғы туристик операторҙары ҡатнашты. Быйыл улар үҙҙәренең өҫтөнлөклө бурысы тип республиканың маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу, республикала туристик эшмәкәрлекте көйләүсе ғәмәлдәге ҡануниәт һәм норматив акттарҙы анализлау, экскурсоводтар, гидтар өсөн семинарҙар, квалификация күтәреү курстарын ойоштороуҙы ҡуя.
Европала йәмәғәт ойошмалары эше тәжрибәһе менән Туристик ойошмаларҙың Европа ассоциацияһы операторҙар бизнесы менән хеҙмәттәшлек итеү бүлексәһе етәксеһе Ник Гринфилд уртаҡлашты. Рәсәй Туриндустрия союзы вице-президенты Сергей Корнеев коммерцияға ҡарамаған туристик ойошмаларҙың дәүләт власы органдары менән хеҙмәттәшлек итеү проблемалары һәм мөмкинлектәре, туризмда дәүләт-шәхси партнерлыҡ тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, иң мөһиме — туристар өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Улар ҡайҙа ғына ял итмәһен, проблемалар булдырмаҫҡа кәрәк.
Ә. ИЛДУСОВА.