Кемгә – нимә, көйәрмәнгә – хоккей!02.09.2016
Кемгә – нимә, көйәрмәнгә – хоккей! Сентябрҙә баҡса, баҫыу уңышы йыялар, балалар һәм студенттар уҡырға бара, ә хоккей көйәрмәндәре яңы миҙгелде ҡаршылай. Себеште, киреһенсә, яҙ һанайҙар бында.

Беҙҙең “Салауат Юлаев” командаһы Континенталь хоккей лигаһы беренселеген гел насар башлай. Ғәҙәттә, ноябргәсә артта һөйрәлә ул. Былтыр бер мәл хатта иң аҙаҡҡы урында ла килде. Әммә яҙғыһын яҡташтарыбыҙ плей-офта яҡшы сығыш яһап, бронза миҙалдар яулауға өлгәште. Шуға күрә әлегә борсолорға урын юҡ.
Быйыл да уңыштар бер сама. Тәүге уйынды үҙ боҙонда уҙғарып, командабыҙ “Северсталь” хоккейсыларын 3:2 иҫәбенә отһа, артабан сәфәр сығып, СКА менән ЦСКА-нан ҡыйратылды (1:7, 1:3). Шунан “Югра”ға ҡунаҡҡа барып, 3:2 иҫәбенә еңеү яуланы. Күҙгә салынғаны шул: күпселекте файҙаланып, һәр бер матчта тиерлек гол индерәләр.
Әйткәндәй, миҙгел арауығында команданан күптәр китте, күптәр килде. Ләкин төп уйынсыларыбыҙ һаҡлап алып ҡалынды. Тимәк, алдағы көндәрҙә лә Линус Умарк, Андреас Энгквист, Игорь Григоренко, Александр Логинов, Сами Лёписте, Теему Хартикайнен һәм башҡалар көйәрмәнде ҡыуандырыуҙан туҡтамаҫ. Өҫтәүенә Степан Хрипунов ише йәштәр ҙә үҙ тауышын нығыраҡ яңғыратыр тип өмөтләнәйек.
Бөгөн өфөләр Екатеринбург ҡалаһында “Автомобилист” менән көс һынашасаҡ.






Вернуться назад