Йылғырлыҡта һынатманылар26.08.2016
Йылғырлыҡта һынатманылар Күптән түгел Хәйбулла лаптасылары оло еңеү менән тыуған яҡтарына ҡайтты: улар Рәсәй чемпиондары һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе мини-лаптасылары исемен яуланы. Һарытау ҡалаһында XI Бөтә Рәсәй ауыл спорт уйындарында тренер Азамат Ишемғоловтың тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте.

Рәсәйҙең 68 төбәгенән килгән спортсылар волейбол, өҫтәл теннисы, самбо, ҡул көрәше, гер күтәреү, полиатлон, мини-лапта кеүек спорт төрҙәрендә көс һынаша. Мини-лапта буйынса республика данын Хәйбулла районының егеттәр командаһы яҡлай. Тренерҙары Азамат Рәмил улы әйтеүенсә, бәйгелә барлығы 27 команда ҡатнашып, һигеҙ төркөмгә бүленгән. Хәйбулла лаптасылары Ҡурған һәм Курск өлкәләре командалары менән уйнаған.
Артабан ярымфиналға сығыу өсөн Ульяновск өлкәһе командаһы менән көс һынашып, 21:15 иҫәбе менән еңеү яулайҙар. Ярымфиналда Хәйбулла егеттәре, иң көслө Свердловск командаһы менән осрашып, уларҙы ла еңә. Финалда Төмән өлкәһенең командаһын 16:6 иҫәбе менән уҙып, республикала тәүгеләрҙән булып мини-лапта буйынса Рәсәй чемпиондары исемен яулайҙар.
Рус яҙыусыһы Александр Куприн: “Лапта – спорт уйындарының иң ҡыҙыҡлыһы һәм файҙалыһы ул. Унда тапҡырлыҡ, тәрән һулыш, иғтибарлылыҡ, йылғырлыҡ, шәп йүгереү, үткер күҙ, ышаныслы һәм ҡаты ҡул, һине еңә алмаҫтарына һәр ваҡыт ышаныс булырға тейеш. Ялҡау һәм ҡурҡаҡтарға был уйында урын юҡ”, – тип яҙған. Азамат Ишемғоловтың да командаһында тап ошо сифаттарға эйә булған егеттәр тупланған. Улар – Динис Теләүҡабулов, Азат Ғатауллин, Илмир Саптаръяпов, Ғәзиз Ишемғолов, Мансур Шарбанов, Булат Бохарбаев һәм Арыҫлан Ямалетдиновтар.






Вернуться назад