Мәктәпкә көрәш дәресе индерелә26.08.2016
Мәктәпкә көрәш дәресе индерелә Яңы уҡыу йылынан Башҡортостан “Спорт көрәшен – мәктәптәргә” программаһын тормошҡа ашырыуға ҡушыла. Былтыр был проект Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, шул иҫәптән Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Красноярск крайында, Яҡутстанда эшләй башлағайны. Ошо программа хаҡында ентекләберәк һөйләүен һорап, Башҡортостандың Спорт көрәше федерацияһы етәксеһе Руслан КУЛИЕВҠА мөрәжәғәт иттек.

– Руслан Риф улы, был програм­маның үҙенсәлектәре нимәлә?
– 2014 йылдың апрелендә Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Спорт көрәше федерацияһы дәрестән һуң спорт көрәше менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Министр­лыҡтың Эксперт советы федерация тарафынан әҙерләнгән программаны раҫлап, спорт көрәшен дөйөм белем биреү мәктәптәренә физкультура дәресенең өсөнсө сәғәте рәүешендә индерергә тәҡдим итте.
Былтыр 19 төбәктә ошо программа ғәмәлгә ашырыла башланы. Быйыл иһә уға Башҡортостан да ҡушыла. Республи­кабыҙҙа программаға бойондороҡһоҙ экспертиза үткәрелде. Уның һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан ыңғай яуап алынды. Пилот учреждениеһы рәүешендә Өфөләге 127-се мәктәп һайланды. Баш ҡалалағы бер нисә мәктәптә алдан уҡ тикшереү уҙғарылды. Тәү сиратта спорт залдарына, уларҙы йыһазландырыу кимәленә иғтибар бирелде. Беҙ һайлаған мәктәптә V класс уҡыусылары, малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа, спорт көрәше менән шөғөлләнәсәк. Программа балаларҙа ошо үҙенсәлекле спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, спорт көрәше менән шөғөлләнеүселәр даирәһен, айырыуса мәғариф учреждениеларында, киңәйтеү мөмкинлеген бирәсәк.
Мәктәпкә көрәш дәресе индерелә– Физкультура дәресендә бала­лары­ның көрәш менән шөғөллә­нәсәген ата-әсәләр нисек ҡабул итте?
– Ысынбарлыҡты алдан уҡ иҫәпкә алмайынса, һуғыш сәнғәтенә яңылыш ҡараш тыуыу арҡаһында өлкәндәр йыш ҡына балаһын бындай күнекмәгә ебәрергә ашыҡмай. Әммә әлеге осраҡта түгел. Ата-әсәләр менән һөйләшеүҙәр ойошторҙоҡ. Уларҙың береһе лә физкультура дәрестәрендә көрәш менән шөғөлләнеүгә ҡаршы килмәне. Көрәш бит имгәндерә торған спорт төрө түгел, унда һуғыу, быуыу, йәрәхәтләү алымдары юҡ. Беҙҙең күнекмәләр “Зыян килтермә!” тигән уҡытыу системаһы буйынса ҡоролған, аяуһыҙлыҡ тәрбиәләү күренештәре хас түгел уға.
– Спорт көрәшен уҡытыу өсөн профессионалдар талап ителә. Тәжри­бәле кадрҙарҙы ҡайҙан алырға?
– Был мәктәпкә Рәсәйҙең спорт мастеры Артур Рәхмәтуллин махсус саҡырылды. Уның балаларға көрәш алымдарын өйрәтеү тәжрибәһе бар. Артур Стәрле­тамаҡ физик культура институтын тамамлаған. Әүәлерәк көрәш менән шөғөлләнгән, ошо спорт төрө буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында ла ҡатнашҡан. Киләсәктә кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен Башҡортостан физик культура институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты иҫәбенә хәл итергә ниәтләйбеҙ. Яңы эш башлаған уҡытыусылар менән асыҡ дәрестәр үткәрергә, республикалағы һәм Рәсәйҙәге тәжрибәле тренерҙар менән кәңәшләшергә ниәтләйбеҙ.
– Áûë ïðîãðàììà óҡûóñûëàðғà íèìә áèðәñәê?
– Ата-әсәләр балаларының компьютер менән артыҡ мауығыуына, уның физик һәм психик сәләмәтлеккә ҙур зыян килтереүенә йыш зарлана. Әлеге программа, баланы компьютерҙың кире эҙемтәләренән арындырып, спорт донъяһына һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелә. Көрәш менән шөғөлләнеү көс-ҡеүәтте, сыҙамлылыҡты, таһыллыҡты арттырып ҡына ҡалмай, зиһен туплау, хис-тойғоно ауыҙлыҡлау, ғәмәлдәреңде алдан уҡ күҙаллау мөмкинлеген бирә. Холҡоң яҡшы яҡҡа үҙгәрә, үҙ-үҙеңә ышаныс арта.
Бынан тыш, спорт менән шөғөлләнеү ҡыйыуһыҙлыҡтан ҡотолорға, тиҫтерҙәрең, уҡытыусылар, тотош мөхит менән тиҙ арала уртаҡ тел табырға ярҙам итә. Өҫтәүенә спорт менән шөғөлләнеү еңелеүеңде тыныс ҡабул итергә, һығымта яһарға өйрәтә. Олимпия чемпионы, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы етәксеһе Михаил Мамиашвили әйтеүенсә: “Көрәш – ул шәхес тәрбиәләү йәһәтенән бик һәйбәт мәктәп”.
– Дәрестәр ниндәй формала үткә­реләсәк?
– Программала көрәшселәр өсөн дөрөҫ итеп ҡолау, акробатик элементтар, аяғүрә һәм ятҡан килеш “дошманыңа” ташланыу, уларҙы келәмдә һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡулланыу кеүек махсус күнекмәләр ҡарала. Бынан тыш, Башҡортостан, Рәсәй тренерҙары һәм спортсылары балалар өсөн бик күп оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк. Әйткәндәй, сентябрҙә Өфө мәктәбенә титуллы спортсы, күп тапҡыр Олимпия чемпионы, Рәсәй Геройы Александр Каре­линдың килеүе көтөлә.
– Быйыл программа һынау үтәсәк. Уны киләсәктә нимә көтә?
– Беҙҙең бурыс – ошо спорт төрөнә кешеләрҙе күберәк йәлеп итеү. Киләсәктә программаны Башҡортостандың бөтә мәктәптәрендә лә ғәмәлгә ашырыу ниәте бар. Уҡыусыларҙың спартакиадаларын, Башҡортостан Республикаһының финал беренселеген үткәрәсәкбеҙ.
Был проект ярҙамында физик культура һәм спорт менән шөғөлләнгән балалар һаны артыр, төбәктә ошо спорт төрө киң танылыу алыр, данлы көрәш традициялары һаҡланыр тип ышанам. Бынан тыш, көрәш менән шөғөлләнеү балаларға ГТО комплексы нормативтарын уңышлы үтәргә булышлыҡ итер.

Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.





Вернуться назад