Беҙ уларға ышанғайныҡ09.08.2016
Һөйөнсө, һөйөнсө! Бразилияла барған Олимпия уйындарында беҙ өмөт бағлаған яҡташтарыбыҙ һынатманы. Фехтованиела рапирасы Тимур Сафин шәхси беренселектә бронза миҙал яуланы.
Башҡортостан көйәрмәндәренә Көньяҡ Америкала барған спорт байрамын күҙәтеүе ҡыйынға тура килә, сөнки унда ярыштар беҙҙә төн уртаһы булғанда ҡыҙа. Йәкшәмбелә республика вәкилдәре Тимур Сафин менән Артур Әхмәтхузиндың алыштарын ҡарай торғас, йоҡларға ла ваҡыт етте. Уларға уңыш еңел бирелмәне. Сирекфиналға сығыр өсөн Тимурға инглиз спортсыһынан 1:6 иҫәбенә отолоп барғанда оло ихтыяр көсө күрһәтергә тура килде. Һөҙөмтәлә еңеү беҙҙең яҡта! Йәл, Артур ғына ошо уҡ стадияла буласаҡ финалсыларҙың береһенә биреште.
Хәҙер барлыҡ өмөт Тимурҙа ине. Артабан ҡытай спортсыһын еңел генә үтһә лә, ярымфиналда яҡташыбыҙ буласаҡ финалсыларҙың икенсеһенән отолдо. Ниһайәт, өсөнсө урын өсөн алышта инглиз егетенең көслө ҡаршылығын һындырып, ул бронза миҙал яулауға өлгәште. Ҡотлайбыҙ!
Был ғына түгел: тиҙҙән яҡташтарыбыҙ команда беренселегендә лә ҡатнашасаҡ. Ә Рәсәй рапирасылары донъяла иң көслөләрҙән һанала.
Ғөмүмән, илебеҙ спортсылары өсөн Олимпиада яҡшы башланды. Тәүге көндә үк дзюдосы Беслан Мудранов 60 килограмғаса ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙалға лайыҡ булды. Иртәгәһенә уның командалашы Наталья Кузютина (52 килограмм) бронза миҙал алды. Йәнә пневматик пистолеттан атыуҙа Виталина Бацарашкина менән уҡ атыу буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһы көмөш миҙалдарға эйә булды.