Даландары ташламаһын05.08.2016
Бөгөн Бразилияның Рио-де-Жанейро ҡалаһында XXXI Йәйге Олимпия уйындары башлана. Оло спорт байрамы 21 авгусҡаса барасаҡ. Унда 206 илдән 11 меңгә яҡын кеше 306 миҙал тупланмаһы өсөн көрәшәсәк.

Был Олимпиада шуныһы менән әһәмиәтле: ул Көньяҡ Америкала тәүгә үтә. Хәҙер уңышһыҙҙар исемлегендә Африка ғына ҡалды. Уйындар программаһына ике спорт төрө кире әйләнеп ҡайтты – регби-7 һәм гольф буйынса ла ярыштар уҙасаҡ.
Допинг ҡулланыуға бәйле тыуған ығы-зығы сәбәпле, Рәсәй йыйылма командаһына кемдәр инерен һуңғы сиккәсә теүәл генә әйтеп булмай. Ә бына Башҡортостандан нисә кеше Олимпиадала ҡатнашыры билдәле. Улар – ишкәксе-каноист Илья Первухин, фехтовальщиктар Артур Әхмәтхузин менән Тимур Сафин.
Яҡташтарыбыҙ миҙал яуламаҫтай түгел. Даландары ташламаһын, ҡулдары талмаһын!





Вернуться назад