Бесән сабып, һыйыр һауып...29.07.2016
Бесән сабып, һыйыр һауып... 15-21 июлдә Һарытау ҡалаһында XI Бөтә Рәсәй йәйге ауыл спорт уйындары уҙҙы. Унда Башҡортостандан 44 яҡташыбыҙ ҡатнашты: 39-ы спортсы булараҡ, бишәүһе тренер сифатында.

Ярыштар ун ете төр буйынса уҙғарылды, беҙҙекеләр иһә ун бере буйынса көс һынашты. Өфө, Балтас, Ғафури, Ауырғазы, Стәрлебаш, Хәйбулла һәм Бөрйән райондарынан барған спортсыларыбыҙ республика данын яҡлап, еңеү яулап ҡайтты. Мәҫәлән, командалар араһында урындар түбәндәгесә булды: мини-лапта (ир-егеттәр) – I урын; мини-лапта (ҡатын-ҡыҙҙар) – I урын; билбаулы көрәш – VI урын; армспорт – XII урын; гер спорты – XI урын; йәйге полиатлон – III урын; спортсы ғаилә – IX урын; һауынсылар ярышы – I урын; бесән сабыусылар ярышы – IV урын; механизаторҙар ярышы – VI урын; арҡан тартышыу – XIV урын.
Бесән сабып, һыйыр һауып...Республика намыҫын лайыҡлы яҡлаған спорт­сыларҙың етәүһе – Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан. Уларҙың тре­нерҙары – Башҡортостан ғына түгел, ил кимәлендә лә билдәле спортсылар әҙерләп сығарған Зиннур Боҫҡонов.
– Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан быйыл да III урынды һаҡлап ҡала алды. Шәхсән үҙемдең командамдан Гүзәл Боҫҡонова бесән сабыу, көс гимнастикаһы, йүгереү буйынса II урын алһа, механизаторҙар ярышында Гөлназ Яҡупова III урынды яуланы. Илдус Насиров һауынсылар араһында шулай уҡ III урынға сыҡты. Дөйөм иҫәп буйынса Нәйлә Ғәлина менән Илдус Насиров алтмыш һигеҙ ҡатнашыусынан беренсе урынды алды.
Ошоларҙан сығып мин шуны әйтер инем: беҙгә спорттың бөтә тармаҡтары буйынса ла үҫешер кәрәк. Һәм һайлап алыу турҙары башта үҙебеҙҙең республикала үтһә, бик ҡулай булыр ине. Мәҫәлән, үткән ярыштарҙа Красноярскиҙа, Воронежда, Чебоксарҙа, Пермдә булдыҡ.
Ауылдарҙа спорт һәм сәләмәтлекте пропаганда­лағанда ғына беҙ һау-сәләмәт милләт булырбыҙ! – тине ул.






Вернуться назад