Их, саф һауа! Үҙе дауа12.07.2016
Их, саф һауа! Үҙе дауаЙәмле тәбиғәт ҡосағында, саф һыулы Ҡыҙыл йылғаһы ярында урынлашҡан “Ирәндек” лагеры балаларҙы бишенсе йыл рәттән ҡабул итә. Бында йәй дауамында төрлө район-ҡалаларҙан меңдән ашыу уҡыусы һаулығын нығыта, яңы уҡыу йылына көс туплай.


Быйыл тәүге сменала 270 бала ял итһә, икенсеһендә күрһәткес тағы ла артҡан. Араларында Мәскәү, Өфө, Магнитогорск, Бәләбәй ҡалаларынан килгәндәр бар. Ә бына Иглин районынан 54 бала сәләмәтлеген нығыта!
– Быйыл лагерь биләмәһе тағы ла күркәмләнгән: төрлө йәнлектәрҙең һыны, уйын майҙансыҡтары эшләнгән, сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ, – ти бер нисә йыл рәттән ял итеүселәр.
Лагерҙа бассейн, тренажер залы, спорт, йыр-бейеү майҙансыҡтары, стадион, китапхана бар. Ижад менән шөғөлләнгәндәр өсөн дә мөмкинлек тыуҙырылған. Әйҙә, рәхәтләнеп ял ит, һәләтеңде үҫтер, яңы дуҫтар тап!
Етәксе Рәйлә Собханғолова әйтеүенсә, смена башында һәр көндөң эш планы төҙөлә, экскурсиялар графигы билдәләнә. Биш йыл эсендә үҙҙәренең матур йолаһына әйләнгән саралар барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, “Байыҡ”, “Йондоҙҙар ҡабыҙабыҙ”, “Ирәндек” батыры”, “Ирәндек” гүзәле” тигән конкурстар – һәр сменаның биҙәге.
Лагерҙың үҙ автобусы һәм ике “ГАЗель”микроавтобусы бар. Уларҙа балаларҙы Магнитогорск ҡалаһын­дағы аквапаркка, Үләнде күле буйындағы “Динопарк”ка, Абҙаҡ тау курортына, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың тыуған ауылы Күсемдәге музейына һәм башҡа урындарға йөрөтәләр.
– Беҙҙә балаларҙы яратҡан, улар менән уртаҡ тел таба белгән, үҙҙәрен яҡшы ойоштороусы итеп танытҡан тәрбиәселәр эшләй, – ти Рәйлә Урал ҡыҙы. – Эшкә ҡабул иткәндә һайлап алыу кастингы үткәрелә. Хеҙмәт­кәрҙәрҙең күбеһе бында электән эшләй, араларында педагогия уҡыу йорттары студенттары ла бар. Быйыл тәрбиәселәр араһында егеттәрҙең күплеге айырыуса һәйбәт. Әмир Мәхийәнов, Динис Хәсәнов, Азат Мортазиндар балаларҙың яҡын дуҫына әйләнгән. Ҡыҙ-малайҙар ағайҙарын хөрмәт итә, уларҙың һәр кәңәшен тота, терәк-таянысы итеп һанай.
Беҙ барғанда лагерҙа ата-әсәләр өсөн “Асыҡ ишектәр” көнө бара ине. Балалар яҡындарына концерт күрһәтеү алдынан мәж килә: кемдер бейеү хәрәкәттәрен ҡабатлай, икенселәр йыр башҡара, ҡул оҫталары иһә күргәҙмә әҙерләгән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “Ирәндек”тә бер ғаиләнән ике-өс бала ял иткән осраҡтар байтаҡ, бындай хәлдә туғандар бер бүлмәгә урынлаштырыла.
Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы ашнаҡсы апайҙары тәмле аш-һыу менән кинәндерә, уларҙы йәшелсәнән, емеш-еләктән өҙмәй. Көнөнә биш тапҡыр туҡланыу ҡаралған. Һәр корпуста йыуыныу өсөн душ бар, мунса яғыла.
– Балаларыбыҙҙың кеҫә телефонынан, планшет-компьютерҙарҙан арынып, саф һауала рәхәтләнеп ял итеүе – үҙе дауа! – ти ата-әсәләр.



Вернуться назад