Һәр яҡлап еңеүселәр06.07.2016
Һәр яҡлап еңеүселәрБашҡортостан балаларынан торған йыйылма команда ошо көндәрҙә Бөтә донъя еңеүселәр уйындарынан һигеҙ миҙал алып ҡайтты. Был форум “Йәшәү бүләк ит” фонды тарафынан онкология ауырыуын еңгән балалар өсөн йыл һайын ойошторола. Ярыштар Мәскәүҙә үтте.

Еңеүселәр уйындары – ярыш ҡына түгел, ә комплекслы реабилитация программаһы, сөнки ауыр һәм оҙайлы ауырыуҙан һуң ошондай саралар балаларға дуҫтар табырға, аралашырға, үҙен күрһәтергә өйрәтә. Дүрт көн дауамында бөтөн донъянан йыйылған 450 бала еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, мини-футбол, атыу һәм шахмат уйындарында ярыша.
Башҡортостан йыйылма командаһы бындай сарала дүртенсе тапҡыр ҡатнаша. Быйылғы һигеҙ миҙалдың алтыһы мини-футбол буйынса ярышта яуланған.


Вернуться назад