Белемде алтынға әйләндергән химик24.06.2016
Башҡортостандан йәш химик Арыҫлан Сәлихов та Нью-Йоркта үткән халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал яуланы.

Республика башҡорт-лицей интернатының IX класын тамамлаған егет «Фән» катего­рияһында еңеүсе булды. Уның бактерияларға ҡаршы хитозан пленкаһы буйынса ғилми тикшеренеүе 260-тан ашыу проект араһынан иң яҡшы унау иҫәбенә инде.
Нью-Йорк университетындағы олимпиадала 69 илдән 850 уҡыусы ҡатнашҡан. Алтын миҙал менән бергә беҙҙең егеткә АҠШ-тың ошо университетында белем алыуға сертификат тапшырылған.




Вернуться назад