Олимпиадаға барасаҡбыҙ!24.06.2016
Фехтование буйынса Польшала үткән Европа чемпионатында Өфө рапирасыһы Тимур Сафин үҙенең тәүге алтын миҙалын яуланы. Хәл иткес осрашыуҙа ул француз Эрван Ле Пешуҙы 15:8 иҫәбенә еңде.

Ошо саранан һуң Рәсәй Фехтование федерацияһының башҡарма бюроһы ултырышында быйыл Рио-де-Жанейрола үтәсәк Олипия уйындарында ҡатнашасаҡ милли йыйылма команданың исемлеге төҙөлдө. Унда Башҡортостанда тәрбиәләнгән рапирасылар Артур Әхмәтхужин менән Тимур Сафиндың исеме бар.




Вернуться назад