Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевтең тыуыуына 90 йыл тулды. Үрге Йәркәйҙә ошо айҡанлы ауыл райондары уҡыусылары араһында ХIV спартакиада сиктәрендә саңғы буйынса финал ярыштары үтте.
Унда Илеш, Әлшәй, Дыуан, Салауат, Бөрйән, Стәрлебаш, Миәкә, Бишбүләк, Ауырғазы, Өфө, Мишкә, Баҡалы, Ҡалтасы, Ейәнсура, Ғафури, Йәрмәкәй, Краснокама уҡыусылары ҡатнашты.
Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, мәғариф бүлеге етәксеһе Рәмзә Ямалов сығыш яһап, йәш спортсыларҙы байрам менән ҡотланы, саңғысыларға уңыштар теләне. Унан һуң командалар стартҡа баҫты.
Көнө буйы барған ҡыҙыу бәйгелә ҡыҙҙар — өс, малайҙар биш километрға ярышты. Шәхси беренселектә Өфө районының Михайловка ауылыныҡыларға тиңләшеүсе булманы. Дарья Шакирова менән Айҙар Нурғәлиев — беренсе, Айгөл Кәлимуллина менән Булат Исламов — икенсе, Александра Ковалева менән Радаль Ҡаһарманов өсөнсө урындарҙы яуланы.
Эстафета ярыштарында Ҡалтасы районы ҡыҙҙары беренселекте бирмәне, ә Өфө менән Мишкә райондарынан килгән ҡыҙҙар икенсе, өсөнсө урындарға лайыҡ булды. Егеттәр араһынан өфөләр — беренсе, мишкәләр — икенсе, ҡалтасылар — өсөнсө.
Гөлфирә ЗИННӘТУЛЛИНА.
Илеш районы.