Өфө егете ҡотҡарҙы15.03.2012
II Бөтә Рәсәй ҡышҡы универсиадаһының финал уйындары ҡыҙа.
Биатлон буйынса беренселек өсөн алыш көсөргәнешле барҙы. Егеттәр араһында 7,5 километр алыҫлыҡҡа эстафетала тәүҙән үк Урал дәүләт тау университеты командаһы (Свердловск өлкәһе) айырылып торҙо һәм иң ҙур бүләк – уларҙа! Башҡортостан физик культура институты студенттары (Александр Жирный, Артур Хәбиров, Кирилл Комаров, Сергей Ғәлиуллин), саҡ ҡына ҡалышып, икенсе урынға сыҡты.
Әйтергә кәрәк, ярыштың бөтә этабында ла Александр Жирный иң етеҙе булып танылды. Беҙҙең спортсылар составында тап ул дистанцияны йомғаҡлап ҡуйҙы һәм көмөш миҙалды алыуға төп өлөш индерҙе.
Урал дәүләт физик культура университеты (Силәбе) командаһы пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Төмән дәүләт университеты командаһы үҙҙәрен иң көслөһө итеп танытты. Икенсе урында – Урал дәүләт тау университеты, өсөнсө призды П. Ф. Лесгафт исемендәге Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек милли дәүләт университеты яуланы. Ә бына Башҡортостан физик культура институты ҡыҙҙарына саҡ ҡына таһыллыҡ етмәне – дүртенсе урын менән хушһындылар.
Өс көн йомғаҡтары буйынса биатлонда иң юғары һөҙөмтә – Свердловск командаһында. Әммә сноуборд, тау саңғыһы ярыштарында улар әллә ни уңышҡа өлгәшә алманы. Көмөш миҙал – төмәндәрҙә. Спринтта уларға тиңләшеүсе булмаһа ла, эҙәрлекләү ярышында икенсе урын менән ҡәнәғәтләнергә тура килде. Ә эстафетала ни бары һигеҙенсе урынға сыҡтылар. Беҙҙең биатлонсылар универсиаданың “бронза”һын алды.
Сноуборд буйынса командаларҙан Кемерово өлкәһе – беренсе, Мәскәү – икенсе, өсөнсө – Красноярск крайы. Башҡортостан йәштәре дүртенсе урын менән сикләнде.
Тау саңғыһы спортынан Красноярск крайы йәштәре пьедесталдың иң юғары баҫҡысын биләне, икенселә – Башҡортостан, өсөнсөлә – силәбеләр.
Универсиада дауам итә.
В. АЙҘАРОВ.


Вернуться назад