Өфөлә II Бөтә Рәсәй ҡышҡы универсиадаһының финал уйындары башланды. Ярышҡа илебеҙҙең 28 төбәгенән зона ярыштарында еңеп сыҡҡан командалар йыйылды.
Башҡортостан дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайында йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Универсиаданы асып, унда ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы, ойоштороусыларҙы ҡотланы, уңыштар теләне, Президент Рөстәм Хәмитовтың мөрәжәғәтен уҡып ишеттерҙе.
— Беҙҙең республикала биатлон, саңғы ярышы, хоккей, тау саңғыһы, сноуборд кеүек ҡышҡы спорт төрҙәре әүҙем үҫешә. Шуға был сараның, халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙың да Башҡортостанда үткәрелеүе осраҡлы түгел. Ярыш юғары уҡыу йорттары һәм илебеҙҙең йыйылма командаларынан иң-иңдәрҙе,
киләсәктә, Европа, донъя һәм Олимпия чемпиондары булырҙай көслө спортсыларҙы асыҡларға ярҙам итер, – тине ул.
Рәсәй Студенттарының спортсылар союзы президенты, Халыҡ-ара Студенттар спорты федерацияһының беренсе вице-президенты Олег Матыцин республика етәкселегенә Универсиаданы ойоштороуға һәм үткәреүгә ҙур көс һалғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Баш арбитр Владимир Малиновский менән Мария Панфилова судьялар һәм спортсылар исеменән ант бирҙе.
Универсиада 26 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Бәйгелә тау саңғыһы, биатлон, сноуборд, саңғы ярышы, хоккей, спорт ориентиры буйынса көс һынашасаҡтар.
И. ХАҠОВ.