Эйе, эйе, тап ошо егет, 15 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, районыбыҙҙан беренселәрҙән булып Башҡортостандың милли көрәш буйынса йыйылма командаһына эләкте һәм Рәсәй кимәлендә еңеү яуланы.Байғусҡар ауылы егете Шәйнур Баймырҙин бала саҡтан бөтмөр, тиктормаҫ һәм ныҡышмал булып үҫә. Ата-әсәһе уны бәләкәйҙән эшкә сыныҡтыра. Юҡҡа ғына спорт өлкәһендә тәүҙә районда, шунан республика кимәлендә юғары уңыштарға өлгәшмәгән ул. Тренеры Зиннур Әминев менән милли көрәш буйынса турнирҙарҙа ҡатнашып, һәр ваҡыт тиерлек призлы урындар яулай.
Быйыл Башҡортостан беренселегендә еңеү яуланы. Ә март аҙағында Ҡазан ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй беренселегендә чемпион булды!
– Алдағы тормошомдо ла спорт менән бәйләргә теләйем. Һәр башҡорт егете көрәшә белергә тейеш. Беренсенән, был – халҡыбыҙҙың киң таралған милли спорт төрө, икенсенән, һаҡланыу сараһы, – ти үҫмер.
Тренеры Зиннур Зәйнетдин улы уның хаҡында:
– Шәйнур – етеҙ, һығылмалы, сыҙамлы егет. Сәләмәт тормош алып бара, көнөнә ике тапҡыр күнекмәләр яһай. Уға бер немә лә еңел бирелмәй, әммә башҡорт баһадирҙары һәр саҡ ауырлыҡтарҙа сынығып, батыр исеменә лайыҡ булған. Уның еңеүҙәре алда әле, – ти.
Эйе, Шәйнур һайлау турын үтеп, көҙ Рәсәй йыйылма команда составында донъя чемпионатына барасаҡ. Уңыштар уға!