Ошо көндәрҙә Өфөлә “FIGHT NIGHTS” Рәсәй промоушенының 45-се турниры үтте. 73 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһындағы көрәш турнирҙың төп ваҡиғаһына әүерелде. Майҙанға “Башҡорт” ҡушаматлы Венер Ғәлиев менән “Снайпер” Акоп Степанян (имгәнгән Давид Хачатрян урынына) сыҡты. “Өфө-Арена” бер кискә көрәш сәнғәте үҙәген хәтерләтте. Беренсе раунд әллә ни яңылыҡ килтермәне, һәр көрәшсе икенсеһенең етешһеҙлектәрен асыҡланы. Икенсе раунд иһә юғары тиҙлектә һәм көсөргәнешле барҙы. Венер бер нисә һөжүмде яуапһыҙ ҡалдырҙы, әммә тейкдаун үткәреп, дәғүәсеһен аяғынан йығырға өлгөрҙө. Степанян ҡайтанан баҫһа ла, талсығыуы үҙен ныҡлы һиҙҙерҙе.
Тәнәфестә Ғәлиев көрәште ваҡытынан алда тамамларға ҡарар итте, күрәһең. Өсөнсө раундтағы тәүге секундтарҙа уҡ “Башҡорт” алға ташланды һәм “Снайпер”ҙы йығып, арттан быуып алды. Яҡташыбыҙҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!