Келәмдә бил бирмәҫ батырҙар20.04.2016
Үрге Йәркәйҙәге физкультура-һауыҡтырыу комплексында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ республика турниры үтте.


Сараны асыу тантанаһында Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов, Милли һәм билбаулы көрәш федерацияһы президенты Вәкил Ильясов, элек КПСС район комитетының беренсе секретары, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-етештереү институты директоры булып эшләгән абруйлы яҡташыбыҙ Илдар Шәйәхмәтов сығыш яһап, турнирҙың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне, барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Павел Мөслимов район хакимиәте башлығы Илдар Мостафинға, спорт комитеты рәйесе Рубин Ғәлимовҡа ил етәкселеге исеменән Сочи ҡалаһында Олимпия һәм Паралимпия уйындарын үткәреүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн бирелгән миҙал һәм грамоталарҙы тапшырҙы.
Турнир республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан 120-нән ашыу көрәшсене йыйҙы. Улар үҙ ауырлыҡ үлсәме буйынса үҫмерҙәр һәм өлкәндәр төркөмдәренә бүленеп, бер үк ваҡытта ике майҙанда көс һынашты. Ауырлығы 45 килограмға тиклемгеләр араһынан беренселекте Линар Хәсбиев (Илеш районы) яуланы. Мәләүез ҡалаһынан Фәнүр Кашафетдинов – 50, ә Ильяс Ҡосоҡаев 55 килограмға тиклем ауырлыҡтағылар араһында ал бирмәне. Ауырылығы 60 – 65 килограмм тәшкил иткәндәр араһында беренселекте Октябрьский ҡалаһынан Николай Миронов менән Өфөнән Вилдан Хажиморатов яуланы, ә был категориянан юғарыраҡ төркөмдә Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалалары егеттәре Айнур Кинйәбаев менән Рөстәм Батыргәрәев алға сыҡты.
Өлкәндәр төркөмөндә Өфө егеттәре Айҙар Бикбов, Артур Зөлҡәрнәев, Эрик Ғәлимов, Салауат Йосопов, Рәдиф Аҡсурин алдынғылыҡты бирмәне.
Барлыҡ еңеүселәр ҙә грамота, миҙал һәм иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләнде. Был көндә данлыҡлы геройыбыҙ Муса Гәрәевтең рухы һис шикһеҙ шатланғандыр, һәм был күркәм йола киләсәктә лә дауам итер, тип ышанабыҙ.






Вернуться назад