Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Йәштәр хоккей лигаһы беренселегенең төп бүләгенә — Төбәктәр кубогына — лайыҡ булған “Таусы” клубы уйынсыларына һәм тренерҙар штабына телеграмма ебәрҙе. Учалы командаһы финалдағы өс матчта Воронеж өлкәһенең “Россошь” командаһын еңеп сыҡҡайны. Төбәк етәксеһенең тәбрикләүендә былай тиелә:
“Хөрмәтле “Таусы” командаһы тренерҙары һәм хоккейсылары!
Һеҙҙе Төбәктәр кубогының финалында еңеүегеҙ айҡанлы ихлас ҡотлайым! Республиканың спорт тарихында тәүге тапҡыр һеҙ көслө командаға ҡаршы ныҡышмалы, аяуһыҙ көрәштегеҙ һәм Йәштәр хоккей лигаһы беренселегенең төп бүләген яуланығыҙ.
Башҡортостандағы спорт үҙәктәренең береһе һаналған Учалы ҡалаһы, төп бағыусығыҙ булған Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һәм, әлбиттә, хоккейҙы бик яратҡан бөтә республика һеҙҙең менән ғорурлана. Киләсәктә лә Башҡортостанды лайыҡлы танытырһығыҙ, республика спорты еңеүҙәренә тос өлөш индерерһегеҙ тип ышанам. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, яңынан-яңы уңыштар теләйем!”