Нисек кенә үкенесле булмаһын, "Салауат Юлаев" командаһы өсөн быйылғы миҙгел көтөлгәндән алдан һәм уңышһыҙ тамамланды: чемпион плей-офтың тәүге раундында уҡ "баш һалды". Эйе, "Аҡ барыҫ"тың көслө команда икәнлегенә берәү ҙә шикләнмәне, әммә юлаевсыларҙан көйәрмәндәр саҡ ҡына күберәкте көткәйне.
Иң үкенеслеһе: "Салауат" плей-офта үҙ майҙанында бер еңеү ҙә яулай алманы. Ғөмүмән, беренсе уйында "ҡоро" иҫәп менән отҡандан һуң, улар ҡулдан "дилбегәне" бөтөнләйгә ысҡындырҙы, буғай. Чемпион һынлы чемпионға плей-офта рәттән өс тапҡыр еңелеү ярамағанлығын бөтәһе лә аңлай, әммә тап шулай килеп сыҡты. Бынан һуң юлаевсылар көскә бер уйынды тартып алды-алыуға, әммә утты-һыуҙы күп күргән "Аҡ барыҫ" мөмкинлекте ысҡындырырға форсат бирмәне. Шулай итеп, алтынсы уйындан һуң "Салауат" өсөн плей-офф та тамамланды.
Хәҙер хоккей белгестәре еңелеүҙең сәбәптәрен төрлөсә атай. Миҙгел дауамында ике баш тренерҙың, клуб етәкселегенең алмашыныуы, былтыр Гагарин кубогын яулаған уйынсыларҙы команданан хурлыҡлы рәүештә ебәреү һәм улар урынына миҙгел дауамында бер ниндәй йүнле һөҙөмтә күрһәтә алмағандарының килеүе – былар былтырғы уңышты ҡабатлай алыуыбыҙға ышанысты нығытманы, әлбиттә. Хатта клуб етәкселегенең баш тренерҙарҙан яңы миҙгелдә былтырғы уңышты ҡабатлауҙы түгел, ә "миҙаллы урындар" һорауы – күпкә ишара бит! Бәлки, беренселекте яулауыбыҙға ышаныс та бик үк булмағандыр?
Эйе, беҙҙе тап "Аҡ барыҫ"тың еңеүе генә хурлыҡтан бер аҙ ҡотҡара кеүек. Ни тиһәң дә, ул – ике тапҡыр Гагарин кубогын яулаусы команда. Дөрөҫ, үткән миҙгелде Быков менән Захаркиндың ҡулы аҫтында уйнаған юлаевсылар уны артыҡ көс түкмәй генә үтте. Шул осорҙа Өфөлә көйлө уйнаусы, башҡаларҙан боҙҙа ҡырҡа айырылып тороусы, ҡайҙа ғына уйнамаһын, һәр ваҡыт боҙ һарайҙарына халыҡты шығырым йыйған, тик еңеүгә генә дәғүә итеүсе команда төҙөлгәйне. Әммә баш тренер Вячеслав Быковты ебәргәндән һуң ярты йыл да үтмәне — команданың исеме генә ҡалды. Ни өсөн Гагарин кубогын яулаған ошо тренерҙар штабы менән килешеү оҙайтылманы, ни өсөн уларға бөтөн ил буйынса "бысраҡ яуҙы" – береһе лә быны ябай көйәрмәнгә аңлатырға теләмәне. Әллә "Салауат"ты чемпион иткән өсөнмө? Күренекле хоккей белгесе Вячеслав Фетисовтың Быков менән Захаркин тураһындағы былтырғы һүҙҙәре ниңәлер тап ошо фекергә этәрә.
Клубтың генераль менеджеры Олег Гросс былтыр беҙҙән киткән уйынсылар урынына шул кимәлдәге хоккейсылар киләсәгенә ышандырырға тырышҡайны. Йәнәһе, Владимир Антипов урынына килгән Игорь Мирнов бер нәмәһе менән дә унан ҡалышмай. Әммә былтыр иң артта һөйрәлгән "Трактор" плей-офтың беренсе раундын бик еңел үтте, регуляр чемпионатта әллә ни күҙгә салынмаған Антипов унда хәл иткес шайбалар индерә. Ә беҙгә яңы килгәндәр нисек уйнаны? Эйе, үлгән һыйыр һөтлө була тигәндәре дөрөҫтөр инде...
Ә бына күптәр өмөт бағлаған Александр Радулов та хәл иткес осрашыуҙарҙа бер генә шайба ла индерә алманы. Һүҙ юҡ, тырышты егет, "ҡыҙыл ут" тоҡандырыусы бер нисә пас бирҙе. Әммә уның кимәлендәге уйынсыға бының менән генә мөрхәтһенеү ярамай. Бер һүҙ менән әйткәндә, төп һөжүмсебеҙ әллә ни ҡыуандырманы. Яңы баш тренер Венер Сафин да Ҡазан командаһына ҡаршы ҡуйырлыҡ бер ниндәй ҙә ысул тапманы.
Беҙҙе "теҙ сүктергәндән" һуң "Аҡ барыҫ" артабан атланы. Уға еңеүҙәр теләргә генә ҡала. Күршебеҙ "Трактор" менән "Авангард" көслөләр иҫәбендә. "Барыҫ" менән Магнитогорскиҙың "Металлургы" һаман да еңеүсене асыҡлай – бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк! Көнбайыш конференцияһында "СКА", "Атлант", "Торпедо" һәм Мәскәүҙең "Динамо"һы үҙ-ара көс һынашасаҡ.
Ә беҙ, көйәрмәндәр, үкенескә ҡаршы, был уйындарҙы хәҙер әллә ни көймәй, ситтән генә күҙәтәсәкбеҙ. Үҙ сиратында "Салауат Юлаев" клубы етәкселегенең, уның менеджерҙарының быйылғы миҙгелдәге эшенә һис икеләнмәйсә "ике”лене сәпәп була. Сөнки башҡа билдәгә улар лайыҡ түгел.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН