Килешеүгә ҡул ҡуйылды12.03.2012
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә 2013 йылда республиканың баш ҡалаһында VI ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы булды. Документҡа ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш ҡул ҡуйҙы. Сарала шулай уҡ Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Ирек Ялалов, уйындар республикала спортты артабан үҫтереү өсөн этәргес буласаҡ, тип билдәләне. Уның фекеренсә, әҙерлектең Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың шәхси күҙәтеүе аҫтында барыуы уңыш вәғәҙә итә.
Торстен Раш, үҙ сиратында, Өфөлә уйындарға әҙерлек кимәленең юғары булыуын билдәләне һәм йылы ҡабул иткән өсөн рәхмәт белдерҙе. Килешеүҙе ҡултамғалар менән нығытҡандан һуң абруйлы ҡунаҡҡа ҡала символикаһы һүрәтләнгән бүләк тапшырылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: ошо көндәрҙә Өфөгә Германиянан Торстен Раш етәкселегендәге Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының рәсми делегацияһы килде. Абруйлы ҡунаҡтар республиканың баш ҡалаһындағы “Өфө-Арена”, “Олимпик Парк”, “Биатлон” кеүек спорт объекттарында булды, башҡарылған һәм алда торған эштәр тураһында мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
VI ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындары Өфөлә 2013 йылдың 26 февраленән 3 мартына тиклем үтәсәк. Ярышта донъяның меңгә яҡын спортсыһы ҡатнашыуы көтөлә.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад