Ял көндәрендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Салауат Юлаев” хоккей клубының 2015-2016 йылғы миҙгелен ябыуға арналған байрамға килде. Төбәк етәксеһе “Өфө-Арена”ла ойошторолған интерактив майҙансыҡтарҙы ҡарап сыҡты, көйәрмәндәр менән аралашты һәм шайба индереү бәйгеһендә ҡатнашты. Боҙҙағы байрам хоккейсыларҙың оҫталыҡ тамашаһы менән асылды. Артабан “Салауат” һәм “Юлай” командалары араһында иптәштәрсә ярыш булды. Унда “Салауат Юлаев” клубы уйынсылары һәм тренерҙары, олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнеүселәр, “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы, көйәрмәндәр һәм хоккей ветерандары ҡатнашты.
Ярыш башланыр алдынан Рөстәм Хәмитов хоккей клубы уйынсыларын һәм көйәрмәндәрен миҙгелдең ябылыуы айҡанлы ҡотланы.