– Шәмбе көнө хоккей командабыҙ өсөнсө урынды алды...
Директорҙы йүнләп тыңламай, иғтибарһыҙ торған балалар араһында иҫ киткес тынлыҡ урынлашты. Берәй себен осһа, уны ла ишетергә булыр ине.
– Беҙҙең ҡыйыу уйынсыларыбыҙҙың алға сығыуын һорайбыҙ.
Хоккейсылар ғорур баҫып сығып бер һыҙыҡҡа теҙелдек.
...Ә бит көн ныҡ һыуыҡ ине. Һауа торошо төшкә ҡарай ғына әҙерәк яҡшырҙы. Беҙ, саңғы ярышына әҙерләнгән һымаҡ, күнегеүҙәр эшләйбеҙ, етди әҙерләнәбеҙ, етмәһә, беренсе тапҡыр булғас, тулҡынланабыҙ.
Бына уйын башланды. Күл өҫтө яңғырап торҙо.
– Әйҙә, әйҙә, алға һуҡ!
– Пас! Толик, давай!
– Гол!
Аңғармай ҙа ҡалабыҙ, беҙҙең ҡапҡаға шайба индерәләр ҙә ҡуялар. Команда төҙөп, ярышҡа бер айҙай әҙерләнгәйнек. Мәктәптән ботинкалы конькиҙар таратып биргәйнеләр. Их, улар урынына үҙебеҙҙең быймаға таҡҡан конькиҙар менән килгәндә, аяҡтар был тиклем талмаҫ ине, тип уйлаған булабыҙ. Теге командалар бер иштән хоккей кейемдәре кейгән, ә беҙ – кем нисек булдыра алған... Уйын барышында яйлап сисенә барабыҙ: кемдер курткаһын һала, кемдер – өҫтәп кейгән свитерын...
Уйын шундай тәртип менән ойошторолдо: ике команда менән көс һынашырға тура килде. Беренсеһенән 2:6 иҫәбенә еңелдек, ә икенсеһе командабыҙҙы 11:0 иҫәбенә ҡыйратты. Беҙҙән рәхәтләнеп көлдөләр. Шайба индерәләр ҙә шатланалар, шайба индерәләр ҙә ҡысҡыралар, һыҙғыралар. Беҙгә ғәрлек... Тегеләй-былай йүгереп хәл бөттө. Ә тегеләр рәхәт кенә, бер-береһенә пас бирешеп, йәтеш кенә итеп беҙгә гол сәпәй ҙә ҡуя. Араларында кәүҙәгә бәләкәй генә малайҙар бар, ҡарап тороуға көсһөҙ генә тойолалар, ә үҙҙәре нисек сос, оҫта уйнайҙар!
– Һеҙҙе хоккей буйынса район ярышында өсөнсө урынды яулауығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым! Тырышлығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тине директор һәм күтәренке тауыш менән ярыштан алып ҡайтҡан грамотаны уҡып ишеттерҙе.
Был ни хәл: саңғы буйынса ярыш һайын беренсе йә икенсе урындарҙы алабыҙ, директор шулай уҡ грамоталар тапшыра, ә берәүҙең дә иҫе китмәй. Ә был юлы – өсөнсө урын, ә уйынсыларға ниндәй хөрмәт! Ҡыҙҙар ауыҙҙарын асып тыңлай! Линейкала торған һәр уҡыусыла, һәр уҡытыусыла ғорурлыҡ хисе уянды, дәртләнеп киттеләр. Беҙҙе алҡыштарға күмделәр. Бына ул хоккей нисек кешеләрҙең күңелен әсир итә!