Журналистар нисек ял итә?08.04.2016
Журналистар нисек ял итә? Өфө ҡалаһындағы 20-се башҡорт гимназияһының спорт залында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Юлдаш” радиоһы, республика гәзит-журналдары һәм ветерандар командаһы волейбол буйынса Журналистар союзы кубогына ярышта осрашты.
Спортсылар етди әҙерләнгән. Ни тиһәң дә, йыл әйләнәһенә һәр дүшәмбе-шаршамбыла шөғөлләнеү һөҙөмтә бирмәй ҡалмағандыр. Ярыш аҙағында “Юлдаш”тар­ҙың бер генә уңышлы һөжүме финалдың яҙмы­шын хәл итте. Көсөргәнеш­ле тур­нирҙа 1-се урынды “Юлдаш” ра­диоһы, 2-се урынды – республика гәзит-журналдары, 3-сө урынды Баш­ҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәр­ҙәре яуланы.
Тимәк, Журналистар союзының күсмә кубогы быйыл “Юлдаш” ра­дио­һы редакцияһын биҙәйәсәк. Бөтә уйынсыларға ла союз һәм “Мин – илһөйәр” төбәк йәмәғәт ойошмаһы (етәксеһе – Руслан Зарипов) әҙер­ләгән шөһрәтнамәләр, иҫтәлекле бү­ләктәр тапшырылды. Фатима Мос­тафина исемендәге 20-се ҡала баш­ҡорт гимназияһы директоры Илдар Азат улы Моталовҡа спортсы­ларға шөғөл­ләнергә һәм көс һына­шырға мөм­кинлек биргәне өсөн рәхмәт!




Вернуться назад