Әкиәт тамам05.04.2016
Әкиәт тамам Август аҙағынан бирле көйәрмәндәрҙе йоҡонан яҙҙырған хоккей миҙгеле тамам. Һәр хәлдә, “Салауат Юлаев” өсөн. Магнитогорскиҙың “Металлург”ынан еңелеп, быйылғы плей-офтың финалына сыға алманы ул...

Ә бит хәл иткес матч шул тиклем өмөтлө баш­лан­ғайны! Иҫәпте лә беҙҙең Максим Гончаров асып, Максим Майоров уны 2:0-гә еткергәйне. Ләкин юлаевсыларҙы штраф эскәмйәһенә йыш улты­рыу­ҙары харап итте. Хужалар көстө тигеҙләүгә өлгәште. Ә икенсе овертаймда “алтын” голды индереп ҡуйҙылар – 3:2.
Шулай ҙа күңелдә ҙур үкенес юҡ. Көҙгөһөн артта һөйрәлгән команданың нығынғандан-нығына барып, Континенталь хоккей лигаһының дүрт иң көслө клубы иҫәбенә инеүе, өҫтәүенә бронза миҙал яулауы – үҙе ихтирамға лайыҡ мәртәбә. Матур әкиәт ҡарағандай булдыҡ.
Артабан барырға нимәләр ҡамасауланы һуң? “Эскәмйәнең ҡыҫҡалығы”, йәғни талаптарға яуап би­рер­лек хоккейсыларҙың аҙлығы һәм ҡапҡасының тотороҡһоҙ уйыны. Баш тренер һәр матч алдынан исемлек төҙөп, 20 кешене тәҡдим итергә тейеш. Һуңғы ос­ра­шыуҙарҙа Игорь Захаркин көс-хәлгә 18 ге­нә хоккейсы таба килде. Һигеҙ һаҡсы урынына алтау уйнаны. Йәрәхәт алыусылар күбәйгәс, боҙға сығыусылар йәнә кәмене. Хатта капитаныбыҙ Игорь Григоренко, укол һалдырып, етди яралы көйө уйнап йөрөнө. Әлбиттә, быны ситтәр белмәне.
Ҡапҡасыбыҙ Никлас Сведберг та тотороҡло ғына уйнаманы. Киләһе миҙгелдә клуб етәкселеге ошо мәсьәләләрҙе ныҡлап хәл итер тигән ышаныста ҡалып, көҙгәсә Хоккей ғәли йәнәптәре менән хушлашабыҙ!



Вернуться назад