“Иң күңелле команда”01.04.2016
“Иң күңелле  команда” Был һанды ҡулығыҙға алғанда “Салауат Юлаев”тың яҙмышы билдәле булыр инде: бишенсе матчта “Металлург”тан отолоп, плей-офтан төшөп ҡалдымы ул, әллә көйәрмәндәрҙә иртәгәһе көнгә өмөт уяттымы...

Еңгән хәлдә лә, һәр матч һуңғыһы булырға мөмкин хәҙер. Юлаевсылар үҙҙәре үҙҙәрен шундай хәлгә ҡуйҙы. Ә, бәлки, Магнитогорск егеттәренең ҡапҡасыһы Василий Кошечкиндыр... Бигерәк шәп уйнай бит! Ике метрлыҡ кәүҙәһе менән ҡапҡаны тотошлай ҡаплай ҙа ҡуя. Унда шайба индерерлек тә тишек ҡалмай. Индерһә лә, бик мәргәндәр генә өлгәшә ала быға. Ә Линус Умарк кеүектәрҙең оҫталығы был серияла нилектәндер юғалды.
Дүртенсе осрашыуҙа ла шулай булғайны. Ҡунаҡтар иҫәпте асты, капитаныбыҙ Игорь Григоренко уны тигеҙләне, ләкин юлаевсыларҙың шунан артығына хәле етмәне. Киреһенсә, “Металлург” тағы ике шайба индереп ҡуйҙы әле.
Ни булһа ла, быйылғы миҙгел өфөләр өсөн уңышлы булды. Айырыуса бер мәл КХЛ-дағы 28 команда араһында иң артта һөйрәлгәнде иҫәпкә алғанда. Хатта был серияла отолһа ла, яҡташтарыбыҙ бронза миҙалға эйә инде. Сөнки шулай уҡ ЦСКА-нан еңелгән СКА регуляр чемпионатта юлаевсыларҙан түбәнерәк урын алды.
Ә хоккей белгестәре “Салауат Юлаев”ты лигалағы “иң күңелле команда” тип атай. Дөрөҫ, уларҙың эше көйәрмәндәргә тап матур уйын бүләк итеү, кәйефте күтәреү бит!




Вернуться назад