Әле йәшәйбеҙ икән!29.03.2016
Әле йәшәйбеҙ икән! Сафтар һирәгәйә... Көс кәмей... Арығанлыҡ арта... Ә сәм ҡайҙандыр табылып тора. Юлаевсылар тураһында һүҙем.

Тәүгеһендә еңелгәс, Магнитогорскиҙағы икенсе матчта хужаларҙан реванш алырға сыҡтылар. Әммә беҙҙекеләр уңышҡа өлгәшеү урынға, “ҡара һыҙат” башланды. Ҡапҡабыҙға бер, ике, өс... биш, алты шайба инде. Нимә был? Ҡазанда 0:8 иҫәбенә отолған иҫкә килеп төштө. Ә юҡ, бер яуап голы кереттек былай. Әлбиттә, көйәрмәндәр өсөн был йыуаныс була алманы.
Хәҙер Өфөлә йә еңергә, йә үлергә... Иҫәпте лә асып ебәрҙек. Ләкин ҡунаҡтар уны тигеҙләп кенә ҡалманы, алға ла сығып китте. Көс-хәл менән беҙҙекеләр ҙә иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште. Артабан егерме минут буйы тиерлек һөжүм артынан һөжүмде ҡапҡасылар кире ҡағып ҡына торҙо. Икеһе лә шәп уйнаны. Етмәһә, “Металлург”тан Василий Кошечкиндың тыуған көнө.
Әммә беҙгә еңеү нығыраҡ кәрәк ине. Осрашыу бөтөргә ике минут ярым ҡалғас, был бәхет килде. Матч башында иҫәпте асҡан Сами Леписте уйынға матур нөктә лә ҡуйҙы. 3:2 – әле йәшәйбеҙ икән!




Вернуться назад