Һауа юлдары асыҡ29.03.2016
Ғәрәп илдәренән килгән туристарҙың маршрутына Башҡортостандың да өҫтәлеүе бар. Был турала Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский хәбәр итте.

– Ғәрәп дәүләттәренән, шул иҫәптән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән һәм Кувейттан илдең мосолман халҡы йәшәгән төбәктәренә туристар йәлеп итергә тырышабыҙ, – тине министр. – Үҙ-ара бәйләнештәр нығынырға, хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйергә тейеш.
Ғәрәп илдәре туристары Татарстанға килә башланы ла инде. Киләсәктә уларҙың маршрутына Башҡортостан да өҫтәлер, моғайын.
Әйткәндәй, Өфө аэропорты 28 марттан 29 октябргә тиклем яҙғы-йәйге расписание буйынса эшләйәсәк. Тимәк, ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса рейстар артасаҡ һәм миҙгелле маршруттар тергеҙеләсәк.
Аэропорттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Сочиға, Симферополгә, Анапаға, Геленджикка рейстар айырыуса күп буласаҡ. Аҙнаһына ике тапҡыр Өфө – Калуга – Симферополь маршруты ҡаралған. Мәскәү иң киң ҡулланылған эске йүнәлеш булып ҡала — осоштар тәүлегенә 13-кә етә.
Халыҡ-ара программаға килгәндә, Прагаға тура рейстар асыла, Истанбулға даими рейстар дауам итәсәк. Май айынан йәнә Барселонаға осорға мөмкин. Кипр, Греция, Болгария кеүек туристик маршруттар ҙа һаҡлана.
Аҙна һайын Бургас һәм Ираклион, Монастир, Родос йүнәлештәрендә самолеттар осасаҡ. 2 июндән ун көн һайын Өфө – Салоники – Өфө маршруты буйынса тура рейстар ойоштороу ҡаралған. Пхукет, Бангкок, Камрань, Баҡы, Ташкент, Дүшәнбе һәм Худжанд кеүек йүнәлештәр ҙә бар.



Вернуться назад