Бәхет беҙҙе урап үтте25.03.2016
Бәхет беҙҙе урап үтте Бына был уйын! Әйтерһең дә, юлаевсыларҙың плей-офтағы ун бишенсе түгел, беренсе матчы. Оҙағыраҡ ял иткән “Металлург” хоккейсыларынан да ете­ҙерәктәр. Әммә был улар­ҙы ҡотҡарманы, бер бә­хет­һеҙ осраҡ баштарына етте...

Овертаймды шулай атау дө­рөҫөрәк тә. Уға барып еткәс, ко­мандаларҙың көсө тигеҙ, тимәк. Өҫтәмә ваҡытта кем даланлы­раҡ, уңыш шуға йылмая ла инде.
Әйткәндәй, беҙҙең ҡапҡасы Ник­лас Сведбергтың әҙерлегенә нығыраҡ хәүефләнгәйнек. Йәнә­һе, иғтибарһыҙ­лыҡ күрһәтеп, ҡапҡаһына гол индертеп ҡуй­ма­һын. Киреһенсә, иҫ киткес оҫта уйнаны ул. Нисә­мә тапҡыр “Салауат Юлаев”ты ҡотҡарҙы.
Ләкин хужаларҙың һәләтле һөжүм итеүсеһе Сергей Мозякины бар. Уның ҡулын бәйләү са­раһын тапмаһаң, ҡапҡаңа шай­ба индергәнен көт тә тор. Шулай булды ла. Өсөнсө осор аҙағына иҫәп 2:2 булғас, коман­даларҙың көндәре овертаймға ҡалды. Беренсе егерме минут һөҙөмтәһеҙ уҙҙы. Ә бына икенсе­һендә Мозякин оҫталығын иҫ­бат­ланы ла инде. Бында Сведбергты һис ғәйепләп булмай, хатта йәл әле ул.
Бөгөн Магнитогорскиҙа икенсе матч була. Өфөләрҙән матур уйын ғына түгел, еңеү ҙә көтәбеҙ!


Вернуться назад