Кәнфит кәрәкмәҫ ине лә...18.03.2016
Кәнфит кәрәкмәҫ ине лә... “Салауат Юлаев” менән сәкәләшкән “Авангард” упҡын ситенә барып баҫты. Бер тапҡыр отолһа – хуш, плей-офф! Ә бит Омск командаһы чемпионатта Көнсығыш конференцияһы еңеүсеһе булғайны...

Ә бына юлаевсылар менән алыштарҙа Себер егеттәренең һөжүм итеүе көсһөҙләнде, күпселекте оҫта файҙалана алмай башланылар. Һөҙөмтәлә миҙгелде ваҡытынан алда тамамлау ҡурҡынысы тыуҙы.
Сираттағы тапҡыр улар боҙға һуғышсан тәүәккәллек менән сыҡты. Етмәһә, осрашыу үҙ көйәрмәндәре алдында үтә. Ысынлап та, беренсе күпселектә үк шайба индерҙеләр. Хужалар икенсе голды кереткәндә уның дөрөҫлөгөнә беҙҙең тренер­ҙарҙың шиге тыуҙы-тыуыуын, әммә ул ғәмәлдән сығарылманы. “Авангард”тың өсөнсө уңышы ла күпселектә булды. Яҡташ­тарыбыҙҙың уйында тәртибе аҡһауы шундай күңелһеҙ эҙем­тәгә килтерҙе. “Аҡ Барыҫ” менән уҙған cерияны ҡабатлайбыҙ түгелме?
Өфөләр өсөнсө осор урта­һында ғына йоҡонан уянып киткәндәй булды. Баш тренер Игорь Захаркиндың тыуған көнө икәнен дә иҫтәренә төшөрҙөләр, буғай... Иван Вишневский һәм Игорь Григоренко тырышлығы менән иҫәпте ҡыҫҡартыуға өлгәштеләр ҙә ул, тик башҡаһына ваҡыт етмәне. 3:2 – “Авангард” көслөрәк.
Һуңынан юлаевсыларҙың баш тренерға кәнфит бүләк итеүҙәре билдәле булды. Бөгөн иһә Өфөлә – алтынсы осрашыу. Аҙаҡҡы­һымы, юҡмы?..





Вернуться назад