Йоҙроҡ һуғышы, аяҡ салыуҙар, сәкән менән танауға эләктереүҙәр... Хатта ҡайһы берҙә алышҡа ҡапҡасылар ҙа ҡушылып китә. Ғәҙәттә, хәл иткес хоккей матчтарында шулай дәрт-дарман ташып, хис-тойғолар урғылып тора.Ә бына “Салауат Юлаев” – “Авангард” уҙағының Өфөләге икенсе осрашыуында ике яҡ та бик һаҡ ҡыланды. Хужаларҙан – Захар Арзамасцев, ҡунаҡтарҙан Антон Бурдасов ҡына икешәр минут штраф эскәмйәһендә ултырып сыҡты. Омск спортсылары белә: юлаевсыларға сәбәп бирһәң, күпселекте оҫта файҙаланалар. Шуға күрә лә тәртипле уйнанылар, буғай.
Шулай ҙа матч көсөргәнешле барҙы. Кем гол индерә хәҙер – шул еңә, тигән кеүек. Ниңәлер юлаевсыларҙың мәргәнлеге аҡһаны, шайба һис кенә лә ҡапҡаға инергә теләмәне. Күңелгә шом йүгерҙе – уйын бармай бит! Етмәһә, “Авангард” беренсе булып иҫәпте асып ебәрҙе...
Ләкин бейеүсе бейей-бейей оҫтара тигәндәй, икенсе осорҙоң аҙағында ҡапҡа алдындағы төрткөләшеүҙә бәхет беҙҙең Сами Лепистеға йылмайҙы – 1:1. Ә уйын бөтөүгә өс минут ҡалғас, Линус Умарк юлаевсылар һөжүме барышында өсөнсө уҡталыуҙан шайбаны ҡапҡаға йүнәлтә алды – 2:1!
Бөгөн Омскиҙа көйәрмәндәрҙе бишенсе осрашыу көтә.