Боҙҙа елдәй елеп...16.03.2016
17 – 20 мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһында шорт-трек буйынса Рәсәй чемпионаты үтәсәк. Был ярыш төрө буйынса турнир Башҡортостанда тәүгә уҙғарыла.

Сарала Ярославль, Силәбе, Тверь, Смоленск, Пенза, Омск, Түбәнге Новгород, Свердловск өлкәләренән, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларынан йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашасаҡ. Боҙ аренаһына Олимпия чемпиондары Руслан Захаров, Владимир Григорьев, Рәсәй йыйылма командаһы лидерҙары Софья Просвирнова, Әминә Малагич сығасаҡ.
Чемпионат программаһына ярашлы, спортсылар 500, 1000, 1500, 3000 метр дистанцияға йүгерәсәк. Ярыштар иртәнге сәғәт 11-ҙә башланасаҡ. Сараны тантаналы асыу сәғәт 2-лә үтәсәк. Тамашасыларға инеү бушлай.




Вернуться назад