Ошондай йыр һүҙҙәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Әлеге мәлдә юлаевсыларға төбәлгән кеүек улар. Быйылғы плей-офф барышында Максим Майоров, Олег Сапрыкин, Андреас Энгквист йәрәхәт алыуға ҡарамаҫтан, йәнә боҙҙа ҡоштай еләләр. Бына Денис Бодров та икенсегә сафтан сыҡты. Йәл, был юлы оҙаҡҡа.Омскиҙағы икенсе матч көсөргәнешле булмаҡсы ине. Шулай тимәй, тәүгеһендә хужалар отолдо бит. Ысынлап та, беренсе осор 1:1 иҫәбенә тамамланды. Ә бына артабан... Артабанғы егерме минутта ҡапҡаларға ете шайба инде! Бәй, һаҡсылар ҡайҙа?! Һуңғы осорҙа ике яҡ та иҫтәренә килде лә ул, тик башҡаса береһе лә уңышҡа өлгәшә алманы. Ә был юлаевсылар файҙаһына булманы. 4:5 иҫәбенә еңелеп ҡуйҙыҡ шулай.
Хәҙер – Өфөлә осрашыу. Яҡташтарыбыҙ һуңғы алышҡа сыҡҡандай ҡыланды. Боҙҙа шыуып түгел, осоп йөрөнөләр. Айырыуса икенсе осорҙа. Уйындағы һәр бер юлаевсы – ун һигеҙ кеше! – бер тапҡыр булһа ла ҡунаҡтар ҡапҡасыһын ныҡлыҡҡа һынап ҡараны. Йәл, беҙҙең Никлас Сведбергка ғына ҡапҡаһын ташлап китергә ярамай ине...
Аренаға килгән көйәрмәндәр ҙә бер минут та шым ултырманы. Дәррәү рәүештә яратҡан хоккейсыларын алға әйҙәнеләр. Һөҙөмтәлә иҫәп “Салауат Юлаев” файҙаһына 3:1 булды. Денис Бодровтың ғына йәрәхәт алыуы хафаландырҙы. Былай ҙа һаҡсыларыбыҙ етешмәй бит.