Уттан – һыуға...11.03.2016
Уттан – һыуға... Эйе, уттан алып һыуға һалды беҙҙе, көйәрмәндәрҙе, “Салауат Юлаев”. Ҡазанда ҙур иҫәпкә ҡыйратылғастар, һынырҙар тигәйнек... Шөкөр, һынманылар.

Хатта яҡташтарыбыҙ, “Аҡ Ба­рыҫ”ты етенсе осрашыуҙа еңеп, артабанғы раундҡа үткәс тә, шик-шөбһә ташламаны. Хәл-көстәре самалы ҡалды, иркенләп ял итергә ваҡыттары булманы шул. Етмәһә, тәүге ике матч Себерҙә уҙа. Ә дәғүәсе – “Авангард” командаһы – Көнсығыш конференцияла иң көслөнән иҫәпләнә.
Ысынлап та, әллә хужалар уйын дилбегәһен үҙ ҡулына алды, әллә юлаевсылар арығайны – беҙҙекеләр яйыраҡ ҡыланды. Иҫәпте лә Омск хоккейсылары асты. Шулай ҙа өфөләр уларҙың яңылышҡанынан оҫта файҙалана белде. Максим Майоров менән Линус Умарк һәр осраҡта ла нисбәтте тигеҙләп ҡуйҙы.
2:2... Хәҙер овертайм, йәғни “тиҙ үлем”. Бер шай­ба яҙмышты хәл итә­сәк. Хата­ландың икән – хуш, еңеү! Шулай булды ла. “Авангард”тың ике уйынсыһы бер-береһенә пас биреп маташ­ҡанда беҙҙең Сергей Соин шайбаны тартып алып, ҡапҡаларына сойорғотоп та ебәрҙе.
“Го-о-о-ол!” Телевизорҙан яң­ғы­раған ком­ментаторҙың ауазына респуб­ликалағы барлыҡ өйҙәр­ҙәге сағыу тауыштар өҫтәлде...



Вернуться назад