Әстрхандарҙың ҡапҡаһы “йыраҡ”09.03.2016
Гандбол бик мауыҡтырғыс һәм файҙалы спорт төрө икән. Футболға оҡшаған, әммә тупты типкеләп түгел, ҡулы менән ырғытып гол индерә малайҙар. Иң мөһиме — сәмләнеп, тирләп-бешеп йүгерешә улар. Тимәк, сәләмәтлеген дә нығыта.
Әйтергә кәрәк, Гандбол буйынса Рәсәй чемпионаты уйыны менән генә түгел, ә уға ярашлы үткәрелгән башҡа саралар аша ла иҫтә ҡалды. Башҡорт гандбол йәмғиәте Рәсәйҙең Олимпия комитетынан төрлө бүләктәр ҡабул итте. Атап әйткәндә, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Мәләүез ҡалаларының ошо спорт төрөн үҙ иткән мәктәптәренә гандболды артабан үҫтереү маҡсатында төрлө ҡорамал тапшырылды. Бынан тыш, “Спортакадемия” спорт комплексын үҫтереү” (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) проектының презентацияһы ла ойошторолдо. Ғөмүмән, төбәктә был спорт төрөнөң киң таралырына өмөт ҙур. Уйын һөҙөмтәләре генә күңелде ҡырҙы ул көндө…
“УГНТУ-ВНЗМ” менән Әстрхан командаһы алышы тәүге таймдан һуң шулай ҙа ниндәйҙер өмөт ҡалдыра ине әле – ул ҡунаҡтар файҙаһына 10:13 иҫәбе менән тамамланды. Әммә икенсе тайм башланыу менән беҙҙекеләр отолорға кереште.
Әйткәндәй, командабыҙҙың сираттағы уйыны 2 мартта Һарытау ҡалаһында үтте.