Иң күп миҙал – беҙҙә09.03.2016
Ҡытайҙағы Бөтә донъя интеллектуаль уйындарында Башҡортостандан биш шашкасы ҡатнашҡайны. Һуңғы көндә суперблицта Тамара Танһыҡҡужина – алтын, Айгөл Иҙрисова бронза миҙалға лайыҡ булды.

Башҡортостан спортсылары, ғөмүмән, ике алтын, бер көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы. Александр Георгиев менән Тамара Танһыҡҡужина үҙҙәренең бишенсе интеллиадаһы һөҙөмтәләре буйынса интеллектуаль спорт тарихында иң күп наградалы булып танылды – уларҙа Бөтә Донъя интеллектуаль уйындарының етешәр миҙалы бар.




Вернуться назад