Йәш таусыларҙың ышаныслы еңеүе09.03.2016
Учалының «Таусы» командаһы хоккейсылары Рәсәй кимәлендәге «Алтын шайба» турнирында еңеү яуланы. Малайҙар Салауат ҡалаһында ойошторолған сарала уртаса йәш төркөмөндәге ауыл командалары категорияһында республикабыҙ исеменән сығыш яһағайны.

Турнирҙа ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға Силәбе, Һамар, Ырымбур, Свердловск һәм Тверь өлкәләренән, Сыуашстандан, Татарстандан 12 команда килде. Приморье крайы балалары иң оҙон юл үткән. Финал осрашыуында беренсе урын өсөн Башҡортостан һәм Силәбе спортсылары көрәште. Һөҙөмтәлә күршеләр икенсе урынға лайыҡ булды. Өсөнсөлә – Татарстандың Балтасы районы командаһы.
Еңеүселәргә кубоктар, миҙалдар һәм Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко имза ҡуйған грамоталар тапшырылды. Башҡа ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы, тренерҙар ҙа билдәләнде. Спортсылар «Команданың иң яҡшы уйынсыһы», «Иң яҡшы ҡапҡасы», «Иң яҡшы һаҡсы», «Иң яҡшы һөжүмсе», «Иң яҡшы бомбардир» һәм «Турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы» номинацияларында өҫтәмә наградаларға эйә булды.




Вернуться назад