8 Мартҡа – һигеҙ шайба бүләккә08.03.2016
8 Мартҡа – һигеҙ шайба бүләккә Йыл да 8 Март байрамына “Салауат Юлаев” хоккейсылары ҡатын-ҡыҙға үҙенсәлекле сюрприз эшләй торғайны. Йәғни нәҡ тантаналы көн алдынан плей-офф матчында еңәләр ине. Ә был юлы...

Был юлы юлаевсылар бөтөнләй ғәжәпләндерҙе. Ҡазанда “Аҡ Барыҫ”ҡа ҡаршы уйында шартына килтереп, 8 Мартҡа һигеҙ шайба “бүләк” иттеләр. Тик ҡаршы яҡ ҡапҡаға түгел... беҙҙекенә инде улар.
Ә етенсе хәл иткес уйында юлаевсылар 3:2 иҫәбенә еңеү яуланы. Сиратта - Омскиҙың "Авангард" командаһы менән көс һынашыу.


Вернуться назад