Өфөләге ошо бишенсе уйында от та нөктә ҡуй бит инде көс һынашыуға... Юҡ шул, Ҡазан көйәрмәндәренә өмөт бүләк ит, үҙебеҙҙекеләрҙең йөрәген үрһәләт... “Салауат Юлаев”ты әйтәм.Бер генә аҙым ҡалғайны плей-офтың тәүге раундын үтеүгә... Бер генә ынтылыш... “Аҡ Барыҫ” менән сираттағы осрашыу башында Линус Умарк иҫәпте асҡас, өмөт көсәйеп үк киткәйне. Хатта ошо уҡ осорҙа ҡунаҡтар уны тигеҙләп, бер аҙҙан алға сыҡҡас та, өҙөлмәне әле ул. Сөнки беҙҙең оҫталарыбыҙ бар.
Шуны раҫлағандай, Умарк икенсе шайбаһын да оҙаҡ көттөртмәне. 2:2 – әле йәшәйбеҙ икән! Әммә ике штраф алыу осрағы барыһын да юҡҡа сығарҙы. Сергей Соин менән Олег Сапрыкиндың яңылышыуы беҙҙең ҡапҡаға ике гол инеүгә булышлыҡ итте. Етмәһә, аҙаҡ Соинға бер матчлыҡ дисквалификация ла сәпәнеләр. Антон Лазаревтың бер шайбаһы һүнеп барған өмөт ҡуҙын кире терелткәйне лә, башҡаһына хәл етмәне. 3:4 иҫәбенә үкенесле еңелеү...
Ә бит шул көндә бөтәһен дә хәл итергә мөмкин ине. Тик юлаевсылар күҙендә ут-ялҡын ғына түгел, осҡон да күренмәне. Йәл, “Аҡ Барыҫ”ҡа “йән инде”. Аҙаҡтан терһәкте тешләрҙәй булмаҫбыҙмы?